2019 йылдан килем тураһында отчет электрон форматта яһалырға тейеш

Бының өсөн махсус программа булдырылған. Башҡортостанда хөкүмәт ағзалары быйыл уҡ килемен электрон форматта күрһәтте. Хәҙер был яңылыҡ һәр кимәл депутаттары өсөн дә ҡағылырға тейеш. Был турала Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда ришүәтселеккә ҡаршы көрәш эштәрен координациялау буйынса комиссия ултырышында белдерҙе.

Республика башлығы әйтеүенсә, депутаттар, дәүләт һәм муниципаль учреждениелары етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре лә килем тураһында отчет күрһәткәндә мотлаҡ электрон сараларҙы ҡулланырға тейеш. Был эш Рәсәй Президентыңың 2018-2020 йылдарға иҫәпләнгән коррупцияға ҡаршы көрәш милли планына ярашлы башҡарыла. Унда шулай уҡ ришүәтселек кимәлен билдәләү өсөн социологик тикшереүҙәр үткәреү, айырым категория хеҙмәткәрҙәргә сикләү, туғандар тураһында мәғлүмәттең киңәйтелеүе, ғөмүмән, был тармаҡта ҡануниәт үтәлешен көсәйтеү бурысы ҡуйыла. Уны тормошҡа ашырыу өсөн республиканың ришүәтселеккә ҡаршы планына төҙәтмәләр индерелгән. Рөстәм Хәмитов дәүләт власы органдарына һәм муниципалитеттарға тиҙ арала үҙ планын раҫларға ҡушты.

Нужно обратить особое внимание на новые требования председателей местных Советов. С этого года в соответствии с федеральным законом все депутаты этого уровня обязаны представлять сведения о доходах Главе республики. Кто-то их вообще не представил, кто-то дал недостоверные сведения. В итоге пришлось расстаться с 25 депутатами. В отношении некоторых сейчас идут соответствующие проверки.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Илдә коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоусыларҙы махсус реестрға индереү тәжрибәһе бар. Рөстәм Хәмитов етәкселәргә һәм депутаттарға ришүәтселек эҙемтәләрен нығырыҡ аңлатыу кәрәклеген билдәләне. Милли планды тормошҡа ашырыу өсөн ҙур һәм күп яҡлы эш башҡарырға кәрәк. Төбәктең коррупцияға ҡаршы органы абруйын һәм вәкәләттәрен арттырыу маҡсатында махсус идаралыҡ та булдырылыуы был йәһәттән ҙур аҙым.

Структура - новая, но в её состав вошли опытные, компетентные сотрудники, которые продолжат соответствующую работу в государственных и муниципальных органах с учётом новых задач. Результаты работы Управления будут находиться под моим личным контролем.

Рөстәм Хәмитов

Автор: Айнур Кәбиров.