Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып белем биреү сертификатын индерә

Халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән механизм кәрәклеген Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Пилот проекты Хөкүмәт президиумы ултырышында ҡаралды.

Белем биреү сертификаты ун мең һумға баһалана һәм уны алыусы һөнәр үҙләштереү, квалификация алмаштырыуға тотона аласаҡ. Быйыл республикала бер миллион һумға йөҙ сертификат сығарыласаҡ. Пилот проекты һөҙөмтәле тип табылһа, уның хаҡы һәм күләме лә бермә-бер арттырыласаҡ. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, был сертификаттар бер нисә мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.

Республика башлығы ҡушыуы буйынса бик ҙур эштәр башҡарылды. Беҙ тәүгеләрҙән булып халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү, эшһеҙлекте кәметеү буйынса өр-яңы механизм индерәбеҙ. Сертификат кешенең үҙенә бирелә һәм уны алыусы ниндәй һөнәр үҙләштерәсәген үҙе хәл итәсәк. Ошо рәүешле беҙ халыҡҡа ярҙам итеп кенә ҡалмай, һөнәри белем биреүҙе камиллаштырыу, эшһеҙлекте кәметеү эшен дә көйләйәсәкбеҙ.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

За кадром. Хөкүмәт Президиумы ултырышында мөмкинлектәре сикләнгән йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү программаһы ла ҡаралды. Ул быға тиклем эшләп килгән алымдарҙы тулыландырасаҡ. Хәҙер белем алып сыҡҡан һәм инвалид та шәхсән күҙәтеүҙә буласаҡ. Уларҙың һәр береһенә эш табыуҙа айырым ярҙам күрһәтәсәктәр.

Автор: Айнур Кәбиров.