Республикала мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡала яны поездарында ташламалы хаҡ менән йөрөй ала

Яңы уҡыу йылында студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ҡала яны поездарында ташламалы хаҡ менән йөрөй ала. Билеттар ике тапҡырға арзаныраҡ. Ташлама 2019 йылдың 15 июненә тиклем үҙ көсөнә эйә.

Хәбәр итеүҙәренсә, яңы уҡыу йылында ташламалар юғары уҡыу йорттары, колледждар студенттары һәм мәктәп уҡыусылары өсөн ҡаралған. Ҡала яны поездарына билет илле процент ташлама менән һатыласаҡ. Ташлама 1 сентябрҙән алып, киләһе йылдың 15 июненә тиклем ҡаралған.

Ташлама алыу өсөн мәктәп уҡыусыларына белем учреждениеһы мисәте менән белешмә, студенттарға-студент билетын күрһәтергә кәрәк.

Фото: Интернет