Өфөлә Халыҡ-ара мәрхәмәтлек көнөнә хеҙмәт урындары йәрминкәһе ойошторола

5 сентябрҙә үтәсәк «Эш. Вахта.Ышаныслы эш биреүсе» йәрминкәһендә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Сара Халыҡ-ара мәрхәмәтлек көнөнә арнала.

Хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкә сиктәрендә сарала ҡатнашыусылар эш биреүселәр менән осраша ала. Шулай уҡ, эш эҙләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойоштороласаҡ. Мәшғүллек, һөнәри белем алыу һорауҙары буйынса кәңәш алырға мөмкин.

Тулыраҡ мәғлүмәтте 2234326 телефон һандары аша алырға була. Үткәреү ваҡыты: 12.00 - 16:00. Уҙғарыу урыны: Комсомол урамы, 23, оф. 11-2.

Фото: Интернет