Башҡортостанда июль айында тыуым артҡан

Башҡортостанда ағымдағы йылдың июль айында яңы тыуған сабыйҙар һаны артҡан. Бер ай эсендә 4 мең 400 бала донъяға килгән. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.

Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, 2014 – 2015 йылдарҙан алып төбәктә бындай күрһәткес булғаны юҡ. Тыуымдың артыуы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү сараларына бәйле.Мәҫәлән, Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә, тәүге сабыйҙары тыуған осраҡта, 300 мең һум күләмендә матди ярҙам ҡаралған.

Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, мөрәжәғәт итеүселәр һаны күпкә күберәк була. Шул сәбәпле, үткән аҙнала был маҡсатта тағы ла өҫтәлмә рәүештә 690 миллион һум аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.