Республикала дүрт үҫмер ҡыуып алып кителгән автомобилдә аварияға тарый

Бәләбәй районында автомобилде ҡыуып алып китеүҙә дүрт үҫмерҙе ғәйепләйҙәр.

Хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың апрель айында балиғ булмаған үҫмерҙәр машинала йөрөп килеү теләге менән, «Daewoo Nexia» автомобиль ҡыуып алып китәләр. Ҙур тиҙлектә китеп барыу сәбәпле, үҫмер водитель идара итеү һәләтен юғалта. Автомобиль түңкәрелә.

Ваҡиға урынынан үҫмерҙәр ҡаса. Улар үҙ ғәйептәрен тулыһынса таный. Суд үҫмерҙәрҙе бер йыл да алты айға иректән мәхрүм итә.

Фото: Интернет