Өфөлә билдәле марка исеме аҫтында ялған аяҡ кейеме һатыла

Өфөлә таможня хеҙмәткәрҙәре сауҙа үҙәктәренең береһендә рейд ойоштора. Асыҡланыуынса, сауҙа нөктәһендә билдәле марка исеме аҫтында ялған кроссовкилар һатыла. Бар тауар тартып алына.

Ялған тауар сифатлы аяҡ кейеменән бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек һәм улар юғары хаҡҡа һатыла. Был тауарҙар менән сауҙа итер өсөн эшҡыуарҙың рөхсәт ҡағыҙҙары булырға тейеш. Тикшереү барышында тейешле документтар булмай сыға.

Билдәле маркалар араһында Nike, Reebok, Adidas фирмалары була.

Дөйөм алғанда, таможня хеҙмәткәрҙәре 42 пар аяҡ кейемен тартып ала. Уларҙың дөйөм суммаһы яҡынса 84 мең һум тәшкил итә. Осраҡ буйынса тикшереү билдәләнә.