Иҙел бит ул, тәрән бит, ул тип хәҙер йырларға ғына ҡалды

Бөгөн Ағиҙел йылғаһы үҙенең иң түбән кимәленә етте. Өфө эргәһендә ул 130 сантиметрға төштө. Ләкин хәл киҫкен түгел, ти белгестәр. 2012 йылда Ағиҙел кимәле 160 сантиметрға еткән. Шулай ҙа һыу тарспорты ҡыйынлыҡтар кисерә.

Ағиҙелдә хәҙер иркенләп китеп катерҙа елдерерлек түгел. капитандар ҡалҡыуыстарҙан бер метр ҙа ситкә китмәй. Әҙ генә тайпылдыңмы кәмәңдең ҡомға ултырыуы ихтимал.

Ә бына ҙур судноларға йылғанын һайығыуы кеҫәгә һуға. Йөк ташыусыларҙың ҡағиҙәһе ябай: һыу кимәле бер сантиметрға төшкән һайын йөктө лә бер тоннаға кәметергә кәрәк.

Геннадий Колотик, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы үҙәге өлкән инспекторы: Йылға флотында был күренеш йөк ташырға ҡамасаулай. Әммә беҙҙең эшкә был ҡағылмай, беҙ суднолар хәүефһеһлеген күҙәтәбеҙ. Уларҙың хужаларына барыһын да аңлатыу , күрһәтеү. Кәрәк булһа, беҙ уларҙың хәрәкәтен сикләй алабыҙ.

Оҙонлоғо 20 метрҙан да ашмаған һыу трансмпорты өсөн әле сикләү юҡ. Ә бына ҙур судноларға әле үк иҫкәртеү килгән. Ҡеүәтле техникаға йөрөүҙе сикләү өсөн иң түбән кимәл еткән. Ағиҙел 130 сантиметрға һайыҡҡан.

Белгенстәр әйтеүенсә, был хәлгә һуңғы ике айҙың ямғырһыҙ булыуы килтерҙе. Павловка һыуһаҡлағысында быуаны әҙерәк асырға әҙерҙәр, әммә әлегә был алымдың үтә лә кәрәге юҡ тиҙәр.

Нина Кадраева, Кама һыу бассейны идаралығы етәксеһе урынбаҫары: Әле Павловка һыуһаҡлағасында һыу күләме 190 сантиметр кубка етә, был иһә Өфө йылғаһын тейешле кимәлдә тотоу мөмкинлеге бирә.

Ағиҙелдең кимәле белгестәрҙең даими күҙәтеүендә. Суднолар өсөн бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа ла, эсәр һыу менән пролбема булмаясаҡ. Бының өсөн айырым резервтар булдырылған. Халыҡҡа борсолорға урын юҡ, ти эксперттар.

Автор: Айнур Кәбиров.