Республикала аҙнаның тәүге яртыһында йылы һәм ҡоро көндәр һаҡлана

Синоптиктар белдереүенсә, республиканың һауа торошона юғары атмосфера баҫымы тәҫьир итә. Башлыса яуым-төшөмһөҙ көндәр күҙаллана. Көндөҙгө сәғәттәрҙә 22 градусҡа тиклем йылыта. Төндә бер аҙ һалҡынайтып, 6-11, көнсығыш төбәктәрҙә 1 градус тирәһе генә күрһәтә.

Бындай температура фоны уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 1, 2 градусҡа юғары. Сентябрҙә уртаса һауа температураһы 12º тирәһе көтөлә.

Гөлназ Зәкиева, Башҡортостан гидрометеорология үҙәге бүлеге етәксеһе: Рәсәй гидрометеорология мәғлүмәте буйынса, сентябрҙә уртаса һауа температураһы норманан 1 градус йылыраҡ. Яуым-төшөм иһә нормаға яҡын, урыны менән әҙерәк.