Күмәк көс менән - юл

Өфөнөң Карпов ауылының Барбарис урамына Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекты ярҙамында юл һалына. Күп балалы һәм мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бүленгән участкаларҙа йорт төҙөп сығып йәшәүселәр бер-нисә йыл юлһыҙ интеккән. Был проблеманы улар маҡсатлы проект ярҙамында хәл иткән.

Карпов ауылында йәшәүселәр өсөн ҡойо кисеп йөрөү ғәҙәти күренеш. Яҙлы-көҙлө уларға бысраҡта бата-сума йөрөргә тура килгән. Юлһыҙлыҡ арҡаһында күптәрҙең автомобилдәре емерелгән, хатта.

Гөлфиә Зәйнулла ҡыҙына мәктәпкә балаларын йөрөтөү һәм ҡаршы алыу өсөн эштән китергә тура килгән. Участкалар күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай бирелгән. Үҙ көстәре менән йорт төҙөп сығыусылар өсөн бында йәшәү һынауға әйләнгән.

Юлһыҙлыҡ мәсьәләһен ауылда йәшәүселәр "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекты" ярҙамында хәл иткән. Тәүҙә улар йыйылыштар үткәргән. Һөҙөмтәлә һәр йорттан унар мең һум тирәһе аҡса йыйып маҡсатлы программала ҡатнашҡандар. Урындағылар йыйған 150, проекттан бүленгән 850 мең һумға әле ҡом, ҡырсынташ ташыла. Бер саҡырымдан ашыу юлға проект та үҙҙәренеке. Тәүҙә ер өҫтөнә гео япма һалына. Махсус туҡыма ҡом һәм ҡырсынташ батмаһын өсөн һалына. Юлды көҙгө ямғырҙарға тиклем түшәү мөһим. Эш 28 августа башланған.

Бында йәшәүселәр әүҙем һәм берҙәм. Беҙ юл мәсьәләһен бергәләп хәл итә алғанға шатбыҙ. Сөнки ҡырсынташты алыҫтан ташырға кәрәк, эргәлә карьер юҡ, шул проблема бар. Бүленгән аҡса ҡом-таш килтерергә етә. Район хакимиәте техника бүлә, киләсәктә газ үткәрергә лә иҫәп тотабыҙ.

Алик Велиев, Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары

Буш яланда 3-4 йыл эсендә йорттар төҙөлгән, электр үткәрелгән, район хакимиәте киләсәктә зәңгәр яғыулыҡ менән дә тәьмин ителәсәге тураһында белдерә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.