Ҡариҙел районында ит малсылығы үҫешә

"Зуевка" хужалығы тиҙҙән Герофорд тоҡомло ҡасырылған 250 баш һыйыр менән тулыланасаҡ. Әлегә ҡураларҙа мал һаны ике меңгә еткән.

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса уртаса ваҡытлы комплекслы программаһына ярашлы, инвестор хужалыҡтың матди-техник базаһын да нығыта. Күләмле инвестиция проектының бер өлөшө дәүләт тарафынан субсидиялана.

Яңыраҡ ҡына урында склад, заманса ҡатнаш аҙыҡ цехы төҙөлөшө тамамланған. Ойошма етәкселеге комплекстың ҡеүәтен юғары баһалай.

Фәнил Йәләлов, хужалыҡ етәксеһе урынбаҫары: Етештереүсәнлек ҡеүәте сәғәтенә - биш , көнөнә - 40 тонна. Агрегат тулыһынса автоматлаштырылған, ике генә кеше эшләй.

Хужалыҡ ҡарамағында 6 меңдән ашыу гектар ер. Баҫыуҙа урып-йыйыу эштәренә дүрт комбайн, ике йөк машинаһы йәлеп ителгән. Механизаторҙарҙың бар көсө әлегә арпа йыйыуға йүнәлтелгән. Был культураның гектар ҡеүәте яҡынса 27 центнер тәшкил итә.

–Быйыл Ҡариҙел районына яңылыҡ индерҙек - 179 гектар майҙанда рапс культураһын сәстек, - тип хәбәр итә агроном Фәнил Әхмәтов.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.