Бөгөн Өфөлә Беслан фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алдылар

Бындай һәләкәттәр ил, кешелек донъяһына ҡурҡыныс янарға тейеш түгел. Эксперттар билдәләүенсә, террорға ҡаршы көрәштең иң төп ҡоралы — иҫкәртеү.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ун дүрт йыл элек Төньяҡ Осетиялағы 1-се мәктәп уҡыусылары аманатҡа алынды. Террорсылар өс көн дауамында уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы тотҡонда тотто. Уларҙы оператив хеҙмәттәр 3 сентябрҙә генә ҡотҡара алды. 330 кеше һәләк булды, уларҙың186 - һы балалар, 800 кеше зыян күрҙе.

Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Думаһы депутаты: Терроризм күптән дини сиктәрҙе лә, дәүләт сиктәрен дә, милли сиктәрҙе лә үтеп һәр беребеҙгә янай. Был аяныслы көрәшкә бер генә ил ҡаршы тора алмай. Һәр ваҡыт бергә булыу мотлаҡ, сөнки терроризм берҙәмлектән ҡурҡа.