Баймаҡ районында быйылғы уҡыу йылында мәктәпкә 8 меңдән ашыу уҡыусы килде

Уларҙың меңгә якыны белем усағы ишектәрен тәүге тапҡыр аса. Районда укыусылар һанының күбеһе башкорт милләтенән булыуын иҫәпкә алғанда, балаларҙың 84 проценты башкорт телен өйрәнәсәк. Белем көнөн райондың Темәс ауылы башланғыс мәктәп асып ҡаршыланы. Темәстәрҙең шатлығы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

90-сы йылдарҙан ташландык бина өр яңы мәктәп буларак эш башланы. Белем усағында 6 класс, был иһә ауылда ике сменалы укыу тигән проблеманы хәл итәсәк.

Күп балалы Яманғоловтар ғаиләһе өсөнсө улдарын яны мәктәпкә алып килде. Баланың белем усағына беренсе тапкыр килеүен иҫәпкә алғанда, ул укыу йылын өр яны мәктәптә башлаясак. 30 йыл мәктәптә башланғыс класстар укыткан педагог Ләлә Имельбаева беренселәрҙе якты, матур кабинеттарҙа каршы алды.

Ләлә Имелбаева, башланғыс синыф уҡытыусыһы: 17 бала менән тәү тапҡыр яңы мәктәпкә аяҡ баҫып торабыҙ. Мәктәп матур, яҡты, уҡыу өсөн бөтә шарттар тыуҙрылған. Кабинеттарҙың йыһазландырылыуы ла яҡшы.

Күп кенә ауылдарҙа балалар һанының аҙ булыуы аркаһында мәктәптәргә ябылыу куркынысы янаһа, Темәстә киреһенсә ике сменалы укыу тигән проблема бар ине. Белем усағында барлығы 600-гә якын укыусы, хәҙер шуларҙын 120-һе яңы мәктәпкә күсерелде.

Ике ҡатлы бина элекке урман хужалығы предприятиеһының балалар баксаһы, оҙак йылдар ташландык хәлдә була. Бөгөн шуны белем усағы итеп төҙөкләндереү берҙән якшы обьектты һаклап калыу, икенсенән Темәс кеүек ҙур ауылда балаларға алыҫка йөрөп укыу проблемаһын дә хәл итте.

Илдус Зәйнуллин, райондың мәғариф бүлеге етәксеһе: Районыбыҙҙа, һуңғы йылдарҙа, балаларҙың һаны артыу тенденцияһы күҙәтелә. Әгәр үткән йылды мәктәптәргә 8227 бала барһа, быйылғы йылда 8242 бала белем аласаҡ. Башҡа ауылдарҙа уҡыусылар һаны кәмеүе күренһә, Темәстә ике сменалы уҡыуҙы бөтөрөү маҡсатында ҙур эш башҡарылды. Быға тиклем башланғыс мәктәп ҡулайлаштырылған мәҙәниәт йорто бинаһы ине. Әлеге мәктәп заман талаптарына тулыһынса тап килә.

Темәс урта мәктәбенә быйыл да етмешкә яҡын бала беренсе синыфҡа укырға килде. Шулай ук белем учреждениеһы йәш педагогтар — физика, рус теле һәм әҙәбиәте укытыуылары менән дә тулыланды.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.