Балтас районы Уразай урта мәктәбенә нигеҙ һалыныуға илле йыл

Ошо ваҡыт эсендә ике меңдән ашыу уҡыусы белем усағын тамамлап, юғары үрҙәргә ирешкән. Мәғариф учреждениеһы бөгөн заманса йыһазландырылған, капиталь ремонттан һуң танырлыҡ та түгел. Байрам тантанаһы саф һауала үтте.

Ауылдың үҙешмәкәр коллективтары ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Тәүге сығарылыштар өсөн был көн бигерәк тә тулҡынландырғыс булды, мәктәп йылдарынан һуң ярты быуаттай ғүмер үтелгән.

Уразай урта мәктәбендә белем биреү сифаты юғары. Мәғариф учреждениеһын тамамлаусыларҙың Берҙәм дәүләт имтихандары күрһәткестәре яҡшы, араларында Мәскәү вуздарында уҡыуын уңышлы дауам итеүселәр ҙә бар. Марат Закиров утыҙ йылға яҡын мәктәпте етәкләй, уның фекеренсә, белем усағы ғорурлығы - талантлы педагогтар.

Марат Закиров, Уразай урта мәктәбе директоры: Райондың иң күркәм мәктәптәренең берһе булып Уразай ауылы мәктәбе һанала. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға уңайлы шарттар булдырылған. Шуға күрә бөтәһе лә мәктәпкә ҡыуанып йөрөй.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.