Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Өфөнән 11 йәшлек мәктәп уҡыусыһын бүләкләне

51-се мәктәп уҡыусыһы Литвинов Степан «Рәхмәт хаты» менән бүләкләнә. Ул янғын ваҡытында баланы ҡотҡара. Был ваҡиға ағымдағы йылдың 5 июнендә теркәлә.

Хәбәр итеүҙәренсә, өйҙә яңғыҙы ҡалған 7 йәшлек малай газ плитаһына ут тоҡандырырға уйлай. Иғтибарһыҙлығы сәбәпле, тәҙрә ҡорғандарына ут ҡаба һәм ялҡын түшәмгә күсә. Малай ярҙам һорап, ҡысҡыра башлай. Тауышты 11 йәшлек Степан ишетеп ҡала. Степан 71 йәшлек пенсионер менән ярҙамға ташлана.

Улар тәҙрәне ярып, янған йорттан малайҙы сығарырға ярҙам итә. Янғын һүндереүселәр утты һүндерә. Пенсионер менән мәктәп уҡыусыһының ваҡытында ярҙам күрһәтеүе фажиғәнән ҡотҡарып алып ҡала.