Өфөлә ерән сәслеләр көнө билдәләнә

7 сентябрҙә ерән сәслеләр өсөн байрам ойошторола. Сарала ҡатнашыусыларҙы мауыҡтырғыс программа көтә.

«Башкирия» Лайфстайл-үҙәге янында тематик байрам ойошторола. Программала «25 кадр», «Simptomika» төркөмдәре сығышы көтөлә. Сарала ҡатнашыусылар һигеҙ номинация буйынса көс һынашасаҡ.

Бынан тыш, бүләктәр уйнатыласаҡ. Бының өсөн ирекмәндәр аша теркәлеү үтеп, әфлисун алыу мотлаҡ. Башлана 19:00 сәғәттә.