Өфөлә троллейбуста ике бала зыян күрә

Кисә, өсөнсө сентябрҙә, башҡалала троллейбус пассажирҙары зыян күрә. Был хаҡта Өфөнөң дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.

Менделееев урамы, 132 йорто янында троллейбустың 45 йәшлек водителенә, аварияны кисектереү маҡсатында, ҡапыл туҡтарға мәжбүр була. Ошо сәбәпле, транспортта ике бала йығыла.

Ваҡиға һөҙөмтәһендә, ике йәшлек малай һәм алты йәшлек ҡыҙ зыян күрә, улар дауаханаға оҙатыла.