Башҡалала йәйге миҙгелдә ун кеше батып үлә

Өфөлә уҙған һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһала. Һыуҙа ун кешенең ғүмере өҙөлә. 98 кешене ҡотҡарып алып ҡалалар.

Ҡотҡарылғандарҙың яртыһы, 40 кеше, балалар. Ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, рәсми рәүештә эшләгән һыу инеү урындарында ҡотҡарыусылар ике сменала эшләй, ярҙам күрһәтеү өсөн 13 йөҙөү сараһы, шул иҫәптән, алты катер йәлеп ителә.

Ведомствонан билдәләүҙәренсә, башлыса, махсус булмаған урындарҙа һыу инеү һәм иҫерек килеш һыуға төшөү фажиғәнең төп сәбәбе.