Өфөнө көнбайыштан урап үтеүсе трассала ремонт эштәре тамамланды

Өфөнө көнбайыштан урап үтеүсе юл төҙөкләндерелде. Ремонт эштәре ун саҡрымда юашҡарылды. Бар участкаға эмульсия-минерал ҡатнашмалар ҡатнашлығында һаҡлау ҡатламы һалына.

Был технология асфальт ҡатламын оҙайлы ваҡытҡа тиклем һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Шулай уҡ, юлсылар юл ситтәрен нығыталар һәм термопластик менән билдә һалалар. 2018 йыл аҙағына тиклем трассаның 93 саҡрымы төҙөкләндереләсәк.

Фото: Интернет.