Йәрмәкәй районының Спартак ауылында рус классицизмы стилендә йорт тергеҙелә

Эре ер биләүсе төҙөгән йортто боронғо хәленә ҡайтарыуҙы "Спартак" ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Рауил Аҡбаров үҙ иңдәренә алған. Тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Спартак ауылының үҙәк урамында урынлашҡан ике ҡатлы бина 1909 йылда төҙөлгән. Уның хужаһы тирә-яҡта билдәле ер биләүсе, дворян титулына эйә булған Борис Ляхов. Был тарихи-мәҙәни әһәмиәтле йорт Көньяҡ Урал һәм Көнбайыш Себер биләмәләрендә әлеге хәлендә һаҡланып ҡалған берҙән-бер уникаль архитектура ҡомартҡыһы. Төбәк халҡы был бинаның тергеҙелеүен оҙаҡ йылдар көткән.

Борис Ляхов тарафынан төҙөлгән йорт янында тағы ла дүрт бина һаҡланған. Уның береһендә әлеге ваҡытта сиркәү урынлашҡан, йәшелсә келәте лә боронғо хәлендә һаҡланған. Боронғо йорт менән күрше бинала Спартак ауылы биләмәһе хеҙмәттәре урынлашҡан. Ер биләүсе шулай уҡ тоҡомло йылҡы малдарын да үрсеткән. Бөгөнгө көндә яҡташтары билдәле шәхестең традицияһын дауам итә.

Борос Ляхов йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Ул батша армияһы өсөн аттар үҫтереп биргән. Көтөүендә 50-60 баш тоҡомло айғырҙары ла булған. 1909 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы йылҡы малы етештереүсеһе булараҡ танылған.

Эре ер биләүсе Ляховтар шулай уҡ Өфө губернияһында иң беренселәрҙән булып ер эшкәртеү мәктәбен дә булдыраған. Борис Ляхов оҙаҡ йылдар дауамында Бәләбәй өйәҙе доворяндары етәксеһе лә булып торған. Революция эҙемтәләре лә был йортҡа һәм уның хужаларына үҙ мөһөрөн һуға. Йорт халыҡ байлығы тип таныла. Ул тиҫтә йылдар дауамында балалар йорто, һуңынан типография, икмәк бешереү цехы һәм колхоз идараһы ролен үтәй. 1991 йылдан ул хужаһыҙтора. Ауылға эшҡыуар килеү менән бина яңы һулыш ала.

Ынйы Шафиҡова, Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт - аналитика бүлеге етәксеһе: “Был бинаны тергеҙеү буйынса оҙаҡ йылдар халыҡ, ауыл биләмәһе етәксеһе ҙур көс һалды. Инвестор Акбаров Рауил үҙ көсө менән был йортто рәткә килтерә”.

Төҙөлөш һәм ремонт эштәренә тотоноусылар бинаның тарихи объект икәнен яҡшы белә. Уларҙың маҡсаты боронғо бай йортон элекке хәленә еткереү.

Морат Өмәров, төҙөүсе: Эш күп, эәлеге ваҡытта беҙҙең алда түбәне тулыһынса алмаштырыу тора. Бик һаҡ эшләйбеҙ. Сөнки бер быуат үтеү менән таштар ҙа ыуалып бара.

Төҙөүселәр көҙгө ямғырҙар башланғансы түбәне алыштырып ябасаҡ. Ремонт эштәре киләһе йылдың йәйенә тиклем дауам итәсәк. Төбәктә яҡты эҙ ҡалдырға ер биләүсе һәм меценат Борис Ләхов иҫтәлеген мәңгеләштереп, батша дәүерендәге тормошто сағылдырған музей ҙа тергеҙеләсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.