Урында йәшәүсе суд алдында яуап тотасаҡ. Билдәле булыуынса, ул иҫерек килеш руль артына ултырып, йәйәүлене бәрҙерә.
Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың август айында 27 йәшлек ир танышы менән иҫетркес эсемлектәр ҡуллана. Бынан һуң, ул «Audi A6» автомобиле руле артына ултыра. Беренсе Май урамында ул сәғәтенә 189 саҡрымға тиклем тиҙлеген арттыра һәм йәйәүлене бәрҙерә. Билдәле булыуынса, һәләк булыусы юлды ҡыҙыл төҫкә үтеп барған. Алынған йәрәхәттәрҙән зыян күреүсе вафат була.
Водитель авария урынынан ҡаса. Бер сәғәттән һуң ,уны танышының фатирында ҡулға алалар. Енәйәт эше судҡа тапшырыла.
Фото: Интернет







