Улдары бер йәшлек Ратмирҙа һирәк осрай торған сир барлығы асыҡланған. Баланың мускулдары атрофияһын сит илдә дауалау өсөн уларға 45 миллион һум аҡса кәрәк. Был ғаиләнең үҙенең генә көсөнән килмәй, Тимербаевтар халыҡтан ярҙам көтә.
Ратмир ҡарап торғанда башҡа сабыйҙарҙан айырылмай. Бәпес үҙенә ҡурҡыныс диагноз ҡуйылғанын аңламай. Тик яҡындарының ғына төн йоҡоһо ҡасҡан. Генетик анализдар яһағандан һуң, табиптар сабыйҙа мускулдар атрофияһы барлығы асыҡлаған. Сирҙе Рәсәйҙә дауалау мөмкин түгел, ә яҡшы препарат тик сит илдә генә бар.
Был ауырыу һирәк осрай - 10 мең балаға берәү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тулыһынса дауалау яйға һалынмаған. Европала курс үтеү 45 миллион һум тора. Әле ғаилә бер миллион һумдан ашыуын йыйған. "Бәйләнештә" сайтында төркөм булдырғандар, кем күпме бирә ала, бөтәһе лә Ратмирҙың аяҡҡа баҫыуын теләй.
Сир әле Ратмирҙың кескәй генә аяҡтарында. Ете айлыҡ сағында полиомелитҡа ҡаршы прививка эшләткәндән һуң сабыйҙың үҙен тотошонда үҙгәрештәр һиҙелде ти, йәш әсә. Мускулдар атрофияһы гендар мутацияһынан барлыҡҡа килгән. Үҫә килә ул сабыйҙың бөтә организмын ялмап ала. Ғәҙәттә, был диагноз менән кеше ярҙамынан башҡа хәрәкәтләнә алмайҙар. Гүзәл улының киләсәген инвалид креслоһында күрмәй һәм сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Тик ҙур сумма аҡса йыйыу ғаиләнең көсөнән килмәй һәм улар Ратмирҙың яҙмышына битараф булмаған һәр кемдән ярҙам көтә.




