Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәүге тапҡыр Волга буйы федераль округы төбәктәре губернаторҙары рейтингына индерелде. Республика етәксеһе шунда уҡ был исемлектә беренсе урынға сыҡты.
Уҙған айҙа киң мәғлүмәт сараларында Радий Хәбиров тураһында 9 774 мәғлүмәт донъя күргән. Икенсе баҫҡыста Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов. Хәбәрселәр октябрҙә уның исемен 7 978 тапҡыр иҫкә алған. Тәүге өсәү араһында Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин да бар.
Дөйөм Рәсәй рейтингында Радий Хәбиров етенсе урынды биләй. Башҡортостан етәксеһе Мәскәү ҡалаһы, Ҡырым, Чечен республикаһы, Приморье, Мәскәү өлкәһе һәм Санкт-Петербург башлыҡтарынан ғына ҡалышҡан.







