Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сигендә ер тетрәү теркәлә

Кесе йома көндөҙ Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сигендә ет тетрәй. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә ер тетрәү хаҡында хәбәрҙәр менән илленән ашыу кеше мөрәжәғәт итә.

Фото №1 - Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сигендә ер тетрәү теркәлә

Федераль тикшереү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тетрәүҙең үҙәге Катав-Ивановск ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 21-се саҡрымда теркәлә. Ер һелкенеү сығанағы 4,4 магнитудалы һәм 10 саҡрым тәрәнлектә урынлашҡан. Ваҡиға һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 сентябрҙә Уралда ер тетрәү осрағы теркәлгәйне. Ер һелкенеү Белорет,Салауат һәм Өфө райондарында ла һиҙелде. . Ер һелкенеү Белорет,Салауат һәм Өфө райондарында ла һиҙелде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ