Яңы йыл алдынан транспорт сараһын яңыртыуға өлгәшкән мәмкинлектәре сикләнгәндәрҙең шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта.
Баймаҡ районы Байыш ауылынан Юныс Сафин тәүге тапҡыр руль артында. Ураҡ барышында йәшләй генә йәрәхәтләнеп аяҡһыҙ ҡалған ир өсөн автомобиль транспорт сараһы ғына түгел. Ҙур донъяға яңы асылған ишек, сикләнгән мөмкинлектәрҙе киңәйтеү юлы.
Октябрьскийҙан Альфред Ғәйфуллин социаль страховкалау фондынан алынған өсөнсө машинаһын алмаштыра. Тәүҙә "Запарожец", һуңынан "Ока"ла елдергән. Әле ул "Лада Гранта" алып ҡыуанған.
Әлшәй районынан Рауил Латипов өсөн автомобиль махсус әҙерләнгән. Аяҡтары йәрәхәтләнгәс рычагтар ҡул өсөн яраҡлаштырылған. Транспортһыҙ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тормош тулы булмаҫ ине тигән ҡарашта ул. Социаль страховкалау фонды хеҙмәткәрҙәренең мөрәжәғәт итеүселәргә ихлас ҡарашы һәм ярҙам итергә ынтылып тороуы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерә.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус яраҡлаштырылған һәм яҡшыртылған комплектациялағы өр-яңы "Лада Гранта" автомобилдәре бөгөн 16 кешегә тапшырылды.
Һуңғы осорҙа Башҡортостанда эш урынында йәрәхәтләнеү осраҡтары кәмей төшкән. Статистика мәғлүмәттәре буйынса былтыр производстволда 899, быйыл иһә 611 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Белгестәр фекеренсә, төҙөлөш, ауыл хужалығы, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу һәм химия сәнәғәте эш урынында ҡазаланыу күрһәткестәре буйынса тәүге урындарҙы биләй.







