Миллион һум алып, ауылда төпләнеү

"Ауыл табибы" программаһы буйынса эшкә ҡайтып, һуңынан биш йылды тултырып та ситкә китмәгән белгестәр республикала етерлек. Учалы районында мәҫәлән, улар ике тиҫтәнән ашыу. 2012 йылдан тормошҡа ашырыла килгән программала ҡатнашҡан өс табип ҡына төрлө сәбәптәр менән күсеп китергә мәжбүр булған.

Фото №1 - Миллион һум алып, ауылда төпләнеү

Айһылыу Хәзиева "Ауыл табибы программаһында тәүгеләрҙән булып ҡатнашыусыларҙың береһе. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас та тыуған яғы Учалы районына эшкә ҡайта. Тәүҙә ауылда, һуңынан ҡала үҙәк дауаханаһына урынлаша. Дәүләт ярҙамын алып, биш йыллыҡ бурысын үтәһә лә ул икенсе төбәккә күсеп китергә ашыҡмай. Учалыла төпләнә.

Айһылыу Хәзиева, Учалы ҡала дауаханаһы балалар табибы: “Университетта уҡыған ваҡытта уҡ ауылға ҡайтырға теләй инем”.

Айһылыу Юлай ҡыҙы кеүек программа буйынса эшкә ҡайтып ҡалыусылар төбәктә тиҫтәнән ашыу. Альбина Абдуллина ла шулай уҡ сығышы менән Учалынан. Ул тыуған яғына үҙе генә түгел, тормош иптәшен дә алып ҡайта.

Альбина Абдуллина, Учалы ҡала дауаханаһының участка балалар табибы: “Миңә ата-әсәйем ярҙам ите, үҙем бынан булғас. Ирем Ейәнсура районынан, уны ла бында киилтерҙем. Сөнки Ейәнсурала эш юҡ, ә бында бар. Миңә ҡалһа, Учалы районында мөмкинлектәр күберәк”.

Әйткәндәй, Учалы районы 2012 йылда "Ауыл табибы" программаһы республика буйынса уңышлы тормошҡа ашырылған төбәк исемлегенә инә. Ул саҡта 16 белгес ҡайта. Ҡытлыҡ кисергән кадрҙар мәсьәләһе ниһайәт, хәл ителә.

Арыҫлан Фәйзуллин, Учалы ҡала дауаханаһы баш табибы урынбаҫары: “Улар һаны 22. Өсәүҙе төрлө сәбәп буйынса эш урынын ташлап, башҡа ҡалаға күсеп китте”.

Выборы 2026

Өҫтәүенә, йәш табиптарға урында бар шарттар тыуҙырылған. Программанан тыш, социаль ярҙам да күрһәтелә, ти ҡала дауаханаһы етәкселеге. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы яңынан-яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Тармаҡтың алға китеүенән бигерәк, кешеләргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ