Ул аукционда ҡатнашыусы берҙән-бер компания булған. Эштәрҙе башҡарыу өсөн республика бюджетынан 368 миллион һум аҡса бүленәсәк. Конкурс материалдары буйынса, мәҙәни усаҡ 2020 йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Ҡаланың йөҙөк ҡашына әүерелгән архитектура ҡомартҡыһы ваҡытында ампир стилендә төҙөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда Сибай филармонияһында көслө янғын сыҡты. Ут бинаның икенсе һәм өсөнсө ҡаттарына, шулай уҡ ҡыйыҡтың төп өлөшөнә зыян килтерҙе. Уны һүндереүгә ете берәмек техника һәм ике тиҫтәнән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителде. Бәхеткә күрә, ғәҙәттән тыш хәлдә һәләк булыусылар теркәләмәне.







