Сентябрҙән алып ҡыҙ остеоген саркома сиренән Санкт-Петербург ҡалаһында дауалана. Тиҙ арала пациентҡа операция эшләп ҡиммәтле эндопротез ҡуйыу талап ителә. Кәрәкле сумманы ғаилә үҙаллы ғына туплай алмай. Гимнастика менән шөғөлләнгән ҡыҙҙың ата-әсәһе битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам һорай.
Былтыр ғына Самира Баҡаева гимнастика бәйгеләрендә ҡатнашып призлы урындар яулаған. Тик ҡапыл ғына сатанлай башлаған спортсы ҡыҙға ҡурҡыныс диагноз ҡуйғас, ғаиләнең тыныс тормошо селпәрәмә килә.
Әле Самира төньяҡ баш ҡалала химия терапияһы курсы үтә. Тиҫтерҙәре уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Улар яҙған хаттарҙа - бер генә теләк, һауығып ҡайт, Самира!
Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡыҙҙың рухи көсөнә һоҡлана. Тиҙҙән уға ҡатмарлы операция яһау ҡаралған. Остеоген Саркома - ҡурҡыныс сир, аяҡ һөйәктәре онтала - һөйәк урынына эндопротез урынлаштырып ҡына хәлде яҡшыртыу мөмкин.
Эндопротез һатып алыу өсөн 1 млн 900 мең һум аҡса талап ителә. Ғаилә сумманың күп өлөшөн йыйған - тағы ла 177 мең һум ғына аҡса кәрәк.
Өлкәндәрҙе йыуатырға тырышҡан ҡыҙ ҡатмарлы һынауҙар үтә. Әммә нисек кенә ҡыйыу булмаһын, яман сир алдында Самира ла көсһөҙ.
Самираның яҙмышына битараф булмаған һәр кем Самира һәм тәғәйен аҡса күләмен яҙып 2425 һандарына смс ебәрә ала. Әлеге ваҡытта Самираның ғаиләһе өсөн һәр һум ҡәҙерле.




