Федераль кимәлдәге сарала 27 ҡаршылыҡ һыҙаты әҙерләнгәйне. Йүгереү, шина покрышкаларынан яһалған тар тоннель аша үтеү, трамплиндан һикереү һәм башҡа һынауҙар. Ярыштарҙа яңғыҙ ҙа, алты-ете кешенән торған команда менән дә сығыш яһарға мөмкин ине. Спорт байрамы “Йүгер йәки туңып ҡал” девизы аҫтында үтте.
"Геройҙар уҙышы"нда барлығы 43 команда сығыш яһай. Ҡатнашыусылар араһында Силәбе, Ырымбур, Свердлов өлкәләре вәкилдәре лә була. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Юлдаш" радиоһы алып барыусылары, хәбәрселәре лә күләмле проектҡа ҡушылып, өс саҡрымлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатын уңышлы үтә.







