Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров февраль айында губернаторҙар рейтингында дүртенсе урынды биләне. Төбәк Башлығы, уҙған ай күрһәткесе менән сағыштырғанда, бер баҫмаға күтәрелә.
Волга буйы федераль округы төбәк башлыҡтары рейтингында Радий Хәбиров беренсе урында. Икенсе урында- Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов, өсөнсө урында- Нижегород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин. (к3)









