Ҡыш буйы йыйылған ҡар өйөмө иреһә, цоколь ҡатҡа төшөр тип борсола улар. Йортта йәшәүселәр менән беҙҙең ижади төркөм аралашты.
Ҡарҙар ирей, һыу таша. Фәйзуллиндар яҙ килеүен һәр саҡ хәүеф менән көтә. Уларҙың фатиры йорттоң цоколь ҡатында урынлашҡан. “Һыу баҫыр тип ҡурҡтыҡ”, - ти йортта йәшәүсе Гүзәлиә Фәйзуллина.
Ихатаны таҙартҡанда, ҡарҙы күп ҡатлы йорттоң диуарына өйәләр. Торлаҡ идаралығында Фәйзуллиндарға был ваҡытлыса сара тип аңлаталар.
Беҙҙең ижади төркөм килгәнсе, йорттоң ҡабырғаһынан ҡар алынған. Белгестәр әйтеүенсә, ҡала халҡының мөрәжәғәттәре яуапһыҙ ҡалмай.
Торлаҡ хужалығы идаралығы вәкилдәре әйтеүенсә, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн техника етә. Быйыл бәләкәй габаритлы тейәгестәр алынған.
Ихаталарҙы таҙартыу график буйынса бара. Район хакимиәттәренең сайттарында һәр кем йорт алдын йыйыштырыу ваҡты менән таныша ала.







