Сараға Федерация Советы рәйесе Валентина Матвенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, төрлө төбәк башлыҡтары, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған. Тантаналы йыйылыштан һуң башланасаҡ концертта республиканың 100 бөйөк йылы сағылыш табасаҡ. Унда Асҡар Абдразаҡов, Роберт Юлдашев, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡа сәнғәт оҫталарының сығыштары ҡаралған.
1919 йылдың 20 мартында Башҡорт Хөкүмәте менән большевиктар араһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Документ өс көн үткәс "Известия" гәзитендә баҫылып сыға. Тап 23 март БАССР-ҙың, йәғни, Башҡорт автономиялы Совет социалистик республикаһының тыуған көнө тип билдәләнә. Бер быуат элек теркәлгән ваҡиға тотош илдең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләй. Башҡортостан миҫалында башҡа милли республикалар барлыҡҡа килә һәм федерализм үҫешенә нигеҙ һалына.
Әлеге ваҡиғаның әһәмиәтен күҙ уңында тотоп Рәсәй президенты 2016 йылда Башҡортостандың 100 йыллығын тотош ил күләмендә билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бөгөнгө байрамдың әһәмиәте тураһында абруйлы ҡунаҡтарға ҡарап та фекер йөрөтөргә мөмкин. Башҡортостан халҡын күркәм юбилей менән тәбрикләргә Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко килгән. Залда федераль министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен, Дәүләт Думаһы депутаттарын күрергә мөмкин.
Республиканың 100 йыллығын, тимәк, федераль мөнәсәбәттәр нигеҙендә үҫешкән дәүләт ҡоролошоноң оло тантанаһына төрлө төбәк етәкселәре, губернаторҙар ҙа саҡырылған. Ҡунаҡтар араһында күрше Татарстан республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов та бар. 20-се быуат башында Рәсәйҙең федерализм юлына баҫыуы тотош кешелек тарихында ла быға тиклем күрелмәгән алдынғы тәжрибә була.
Донъя йәмәғәтселегендә һаман да уға иғтибар кәмемәй. Байрам ҡунаҡтары араһында төрлө илдәрҙең илселәре, консулдары, йәмәғәтселек вәкилдәре күп булыуы быға асыҡ миҫал. Әле тантана башланыуға һанаулы ғына минуттар ҡала. Рәсми өлөштән һуң бай йөкмәткеле концерт программаһы ҡаралған.







