Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы. Уның фекеренсә, республикабыҙ Рәсәйҙең ҡалған төбәктәренән иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр буйынса алда бара.
Лилиә Ғүмәрова Федерация Советында үткән Башҡортостан көндәрен дә уңышлы тип баһаланы. Презентация һуңында ҡабул ителгән ҡарар буйынса Башҡортостанда яңы балалар баҡсалары, юлдар, мәктәптәр төҙөләсәк.




