Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылында йәшәүсе Виктория Андрееваның янғында тәненең утыҙ проценты бешә. Ун бер айлыҡ сабый ике ай дауамында реанимацияла ята. Табиптар уны аяҡҡа баҫтырыуға ҙур көс һала. Ғаилә Башҡортостанда эшләп килгән мәрхәмәтлек фондтары ярҙамына мохтаж. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.
Викторияның исеме лә есеменә тап килеп тора. Ун бер айлыҡ ҡына сабый сағында, юҡһа шул тиклем һыҙланыуҙарҙы еңеп сыға алмаҫ ине. Ул ысынлап та, еңеүсе һәм батыр ҡыҙ. Йорттарында 2013 йылда сыҡҡан янғында уның сәстәре, аяҡ-ҡулдары зыян күрә. Бала ике ай реанимация бүлегендә булғандан һуң, ғына табиптар тырышлығы менән аяҡҡа баҫа. Бит, баш тиреһенә, ҡулдарына операция яһала. Әсәһе Светлана Алексееваға ҡыҙын һауыҡтырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килгән.
Күмәк бала тәрбиәләүсе ғаиләлә килем сығанағы юҡ. Ғаилә башлығы әлеге көндә эшһеҙ. Сөнки ул эшләгән ойошма ябылған. Биш баланы бағыу ҙа ата-әсә иңдәрендә. Балалар пособиеһы осто-осҡа ялғарға саҡ етә. Алексеевтар ғаиләһендә иң борсолған мәсьәлә биш йәшлек Викторияға операциялар һәм реабилитация өсөн мөмкинлектәр булмауы. Янғында ауыр тән йәрәхәттәре алып, табиптар ярҙамы теге донъянан ҡайтарылған ҡыҙҙы тиҫтерҙәре араһында тышҡы ҡиәфәте өсөн үҙен кәмһенеп тоймаһын өсөн, бит һәм баш өлөшөнә, аяҡ-ҡулдарына операция талап ителә.
Виктория Алексееваның башҡа тиҫтерҙәре менән мәктәпкә йөрөгөһө, белем алғыһы, үҙен башҡалар менән тиң итеп тойғоһо килә. Алексееевтар төбәктәге хәйриә фондтары ярҙамына, ҡурсалауына мохтаж. Беҙҙең сюжетты ҡараған фонд етәкселәре Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылында йәшәгән Виктория Алексеева мәсьәләһен иғтибарға алып, ярҙам ҡулы һуҙыр, тип ышанабыҙ.




