Радий Хәбиров Өфөлә йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышты

Сипайлово биҫтәһендә Республика етәксеһе "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркында булды. Бында реконструкция алып барыла. Июлдә паркта Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары барышында баскетбол һәм ҡомлоҡтағы волейбол буйынса турнир үтә. Төҙөкләндереү эштәре июнь аҙағынаса тамамланырға тейеш.

Фото №1 - Радий Хәбиров Өфөлә йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышты

"Көньяҡ" биҫтәһендә Радий Хәбиров "Ташлы йылға" паркын ҡараны. Бында спорт майҙансыҡтары төҙөлә, йүгереү һәм йәйәү йөрөү өсөн һуҡмаҡтар һалына, ял урындары булдырыла.

Өфө мэры Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, быйыл 5 паркты тәртипкә килтереү ҡарала. Шуларҙың икәүһе "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" программаһы буйынса төҙөкләндерелә.

Радий Хәбиров Совет урамы буйлап үтте. Республика етәксеһе был биләмәне ҡала халҡы өсөн уңайлы итергә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ