Башҡортостанда Татарстан көндәре башланды

Сараны рәсми асыу тантанаһы бөгөн "Башҡортостан" концерт залында үтте. Ике туғандаш республиканың дуҫлыҡ байрамында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты. Тантана концерт программаһы менән генә сикләнмәй, фойела күргәҙмә ойошторолған, ошонда уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу ҙа уҙҙы.

Фото №1 - Башҡортостанда Татарстан көндәре башланды

"Башҡортостан" концерт залы бөгөн бәләкәй Татарстанды хәтерләтә, ҡунаҡтарҙы ишектән инеү менән дәртле йыр-бейеүҙәр ҡаршы ала. Ошонда уҡ Татарстандың дәүләт архивы күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин, экспозицияларҙа быуындан-быуынға тапшырылып килгән тарихи мәғлүмәттәр. Белгестәр әйтеүенсә, был мисәттәр һәм тамғалар буйынса шәжәрәләр төҙөргә мөмкин.

Дәүләт архивы экспозициялары араһында боронғо тарихи документтар ҙа, ябай кешеләрҙең ҡулъяҙмалары ла бар. Мәҫәлән, был хатты Ҡазан ханы Төрөк солтанына яҙған, ул дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыу, иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында.

Күргәҙмәтә татарҙарҙың милли кейем өлгөләре менән танышырға, хатта, кейеп ҡарарға ла мөмкин. Мәҫлән, ошо костюм иң ҡиммәтлеһе. Уны оҫталар 16 быуатта йәшәгән хан Сафа Гәрәйҙекенә оҡшатып теккән, биҙәктәр ҡулдан сигелгән, ә баш кейеме аҫыл таштар менән биҙәлгән.

Йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙа иһә ике туғандаш республиканың милли-мәҙәни хазиналарын һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу хаҡында һүҙ барҙы. Берҙәм, бер төптән булып эшләгәндә уңышҡа өлгәшеү еңелерәк. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, ике республиканың иҡтисади ҡеүәте 20 төбәктекенә торошло. Әле ике яҡ араһындағы тауар әйләнеше 30 миллиард һумдан ашыу, хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтеү мөмкинлектәре етерлек, тине Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.

Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, республикала бер миллиондан ашыу татар йәшәй, уларға туған телен, мәҙәниәтен, йолалларын өйрәнеү, һаҡлау өсөн тулы шарттар тыуҙырылған, белем усаҡтары, театрҙар эшләп килә, китаптар нәшер ителә. Беҙҙең дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек быуаттар төпкөлөнән килә, беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ, тине Радий Фәрит улы.

Тантанала республиканың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостандың һәм Татарстандың дәүләт наградалары тапшырылды. Улар араһында мәҙәниәт, мәғариф, сәнәғәт өлкәһе вәкилдәре лә, эшҡыуарҙар ҙа бар. Бүләкләү сараһы ике республика араһындағы күркәм мөнәсәбәттәрҙең тағы бер сағылышы.

Башҡортостанда Татарстан көндәре һуңғы тапҡыр 31 йыл элек, 1988 йылда уҙғарылған. Был юлы тарихи сара Республиканың 100 йыллығы сиктәрендә үтә. Быуаттар дауамында иңгә-иң терәп йәшәгән туғандаш халыҡ бер быуатлыҡ оло юбилейҙы ла бергә ҡаршылай. Ҡунаҡтар Республика етәкселегенә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыуҙа булышлығы өсөн дә рәхмәт белдерҙе, уны асыу тантанаһы иртәгә үтә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ