"Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ"

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ике туғандаш республиканың девизын ошолай билдәләне. Өфөлә Татарстан көндәре рәсми асылды. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында тантаналы ултырыш үтте. Унда ике республика етәкселәре Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты.

Фото №1 - "Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ"

"Беҙҙең республикала татар халҡы йолаларын һаҡлау өсөн бөтәһе лә эшләнә", - тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров.

"Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ"

Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов Башҡортостан халҡын 100 йыллыҡ юбилей менән ҡотланы һәм артабан да дуҫ-татыу йәшәргә өндәне.

"Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ"

Республика етәкселәре ике төбәк үҫешенә ҙур өлөш индергән мәғариф, бизнес, сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары һәм бүләктәр тапшырҙы. Тантана Татарстан сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланды.

Фотоһүрәт : Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ