"Өфө-Арена"ла "Салауат Юлаев" һәм Татарстан хоккей командаһы ветерандары араһында иптәштәрсә осрашыу уҙҙы. Шайбаны тантаналы рәүештә уйынға индереү сараһында ике республика етәкселәре Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты.
Сағыу һәм көсөргәнешле уйында юлаевсылар 4-3 иҫәбенә еңеү яуланы. Юлаевсылар составында танылған хоккейсылар Александр Семак, Денис Афиногенов, Алик Гәрәев, Игорь Григоренко, Денис Хлыстов һәм башҡалар ҡатнашты.
Фотоһүрәт : Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.







