Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов Өфө дәүләт нефть техник университетында булды

Бөгөн юғары уҡыу йортонда Татарстандан 600 студент белем ала. Университетты төрлө йылдарҙа Татарстан Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин, күрше республиканың беренсе премьер-министры Мөхәммәт Сабиров тамамлаған. Рөстәм Миңлеханов университет һәм Татарстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтерергә саҡырҙы.

Фото №1 - Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов Өфө дәүләт нефть техник университетында булды

Ике республика етәкселәренә уҡыу йорто буйлап экскурсия ойошторолдо. Артабан Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов ҡатнашлығында Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Ҡазан дәүләт тикшеренеү технология университеты, шулай уҡ Ҡазан дәүләт энергетика, Әлмәт дәүләт нефть университеттары һәм Иннополис араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Фотоһүрәт : Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ