Унда төбәк етәкселәре Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты. Башҡортостан һәм Татарстан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Татарстанда Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге асыла. Киләсәктә сауҙа-иҡтисади өлкәлә бәйләнештәр нығыуына ышанабыҙ, тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров Рөстәм Миңлехановты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. "Башҡортостан һәм Татарстандандан ла яҡыныраҡ төбәктәр юҡ. Артабан да сауҙа-иҡтисади, гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек үҫешәсәк", - тине Рөстәм Миңлеханов.
Өфөлә Башҡортостанда Татарстан көндәре дауам итә. "Торатау" Конгресс-холында эшлекле форум үтә.
Фотоһүрәт : Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.







