Башҡортостан Татарстан менән төрлө тармаҡ буйынса хеҙмәттәшлек итеү яғында

Был турала бөгөн Радий Хәбиров "Башҡортостан-Татарстан" эшлекле форумында белдерҙе. Ике республика башлығы сара барышында "Торатау" Конгресс- холы алдында ойошторолған машина эшләүселәр предприятиелары продукцияһы менән танышты. Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов нефть-газ-химия, машиналар эшләү, энергетика, төҙөлөш тармаҡтарында, агросәнәғәт комплексында, софиаль сферала, мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән мөмкинлектәрҙең ҙур булыуын билдәләне.

Фото №1 - Башҡортостан Татарстан менән төрлө тармаҡ буйынса хеҙмәттәшлек итеү яғында

Ҡазан вертолеттар заводы Кумертау авиация-етештереү предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Уның директоры Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта яңы төр вертолеттар буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Ике предприятие ла бер-береһен тулыландыра.

Башҡортостан Татарстан менән төрлө тармаҡ буйынса хеҙмәттәшлек итеү яғында

"Башҡортостан-Татарстан" эшлекле форумы сиктәрендә төрлө тармаҡтар буйынса килешеүҙәр төҙөлдө. Был яҡшы күренеш- берҙәм эш алып барыу- ике яҡ өсөн дә отошло, ти Яр Саллы ҡалаһының "Ағиҙел" ойошмаһы рәйесе Мәүзир Ғиниәтуллин.

Башҡортостан Татарстан менән төрлө тармаҡ буйынса хеҙмәттәшлек итеү яғында

Мәүзир Ғиниәтуллин, Яр Саллы ҡалаһының "Ағиҙел" ойошмаһы рәйесе : Килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Яңы көс, дәрт менән республикаларҙың дуҫлығын, хеҙмәттәшлеген нығытырға ине. Яр Саллыла башҡорт йәмғиәте яҡшы ғына эшләп килә. Күптән түгел Ҡазанда ҡоролтай үтте, Башҡортостанда үтәсәк ҡоролтайға делегаттар һайланды.

Артабан төрлө йүнәлеш буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторола.

Выборы 2026

Фотоһүрәт : Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ