Бөйөк әҙиптең бронза һыны "Нур" татар дәүләт театры алдында урынлаштырылды. Тарихи ваҡиға шатлығын республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов та уртаҡлашты.
Йәшләй генә яҡты донъя менән хушлашҡан бөйөк шағир һуңғы тапҡыр Өфөгә 1912 йылдың 17 апрелендә килә. Теүәл 107 йыл үткәс Туҡай йәнә башҡорт илендә. Хәҙер иһә мәңгелеккә. Бронза һын булып... Был тарихи мәл ике туғандаш халыҡ өсөн үтә лә мөһим ваҡиға. Хәҙер беҙҙең дуҫлыҡты сағылдырған яңы символ бар, тине Радий Хәбиров һәйкәлде асыу тантанаһында.
Скульптураның тап бөгөн халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнөндә барлыҡҡа килеүе лә оло әһәмиәткә эйә. Ғабдулла Туҡай башҡорт менән татарға ғына түгел, тотош төрки телле халыҡтар өсөн дә бөйөк шәхес.







