Башҡортостан менән Татарстан араһындағы сауҙа әйләнеше 34 миллиард һумға еткән

Бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ! Башҡортостанда Татарстан көндәренең ҡанатлы һүҙҙәренә әйләнгән был әйтем эшлекле бәйләнештәргә лә ҡағыла. Ике төбәк араһындағы сауҙа әйләнеше 34 миллиард һумға еткән. Әммә был күрһәткес хеҙмәттәшлек потенциалын тулы кимәлдә сағылдырмай. Киләһе йылдарҙа маҡсат тауар әйләнешен 60 миллиард һумға еткереү.

Фото №1 - Башҡортостан менән Татарстан араһындағы сауҙа әйләнеше 34 миллиард һумға еткән

"Торатау" конгресс-холлы янындағы майҙанда Татарстандың сәнәғәт потенциалын сағылдырусы күргәҙмә эшләй. Машиналар төҙөү тармағы үҫешкән республика һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарын ут күршеләренә күрһәтергә алып килгән. Экспозициялар менән Башҡортостан һәм Татарстан етәкселеге лә яҡындан танышты.

Күргәҙмәлә ике республиканың хеҙмәттәшлек емеше "Нефаз" автобустары ла ҡуйылған. Башҡортостанда етештерлгән йәмәғәт транспортына сифат яғынан әле Рәсәйҙә тиңе юҡ. Был "Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ" тигән девиздың асыҡ сағылышы тип әйтергә мөмкин

Авиация сәнәғәте, дөрөҫөрәге, вертолеттар эшләү республикалар араһындағы кооперацияға яҡшы миҫал. Ҡазан менән Күмертау ҡалаһы предприятиелары араһында хеҙмәттәшлек яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирә, ти яҡташыбыҙ, Ҡазан вертолет заводы етәксеһе Юрий Пустовгаров.

Башҡортостан менән Татарстан ут күршеләр генә түгел, тәү сиратта эшлекле партнерҙар ҙа. Ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә тауар әйләнеше 34 миллиард һумға барып еткән. Әммә өлгәшелгән күрһәткес потенциалды тулы кимәлдә сағылдырмай. Үҫеш өсөн мөмкинлек, иң мөһиме теләк бар. Был турала Башҡортостан -Татарстан эшлекле форумы барышында билдәләнде.

Эшлекле форум һөҙөмтәһендә Башҡортостан менән Татарстан йәмәғәт палаталары, "Башинформ" менән "Татинфором" мәғлүмәт агентлыҡтары һәм Илеш районы менән күрше республиканың Аҡтаныш районы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан менән Татарстан араһындағы социаль-иҡтисади, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә лә ҡул ҡуйылды. Ике республика етәксеһе документты ҡултамғалары менән нығытты. Рәсми осрашыу барышында Татарстанда Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеген асыу тураһында ла килешелде. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов яңы вәкилекте асыуҙа һәр төрлө ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Республика етәкселәре шулай уҡ, Өфөлә асылған Экология, Технология, тормош күргәҙмәһе менән дә яҡындан танышты. Күләмле сара ике аралағы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу өсөн яҡшы форсат бирҙе.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ