Уларҙың исемлеге Чернушка ҡалаһында ойошторолған тантаналы йыйын - край башҡорттары ҡоролтайында раҫланды. Был йыйын шулай уҡ Башҡортостандың 100 йыллығына арналды.
Рәсәй тарихына Пермь башҡорттары тәүге рудасы Исмәғил Тасимов, Пугачев полковнигы Батырҡай Иткинин, старшина, Уложенный комиссия депутаты Туҡтамыш Ишбулатов, Солтанай ауылында мәҙрәсә тотҡан хажи Мөхәмәтғата хәҙрәт Мансуровтар һәм башҡа бик күп шәхестәре менән менән ингән.
Йыйынға шул кешеләр йәшәгән барлыҡ төбәктәрҙән дә вәкилдәр килгәйне. Башҡортостандан абруйлы рәсми делегация крайҙа йәшәгән ерле халыҡ - табын, ғәйнә, ҡатай, танып ырыуы башҡорттарының мәҙәниәте менән танышты, йыйын барышында йәнле әңгәмә - һөйләшеү ҡорҙо.
Йыйында ҡатнашыусыларға Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты уҡып ишеттерелде. Йыйында йәмәғәт ойошмаларының илдең ижтимағи-сәйәси тормошонда тотороҡло урын биләүе һәм уларҙың эшмәкәрлегенең мөһимлеге тураһында һүҙ барҙы. Әлеге ваҡытта крайҙың һәр ҡалаһында һәм башҡорттар күпләп көн иткән райондарында ҡоролтайҙың тәүойошмалары теркәлгән һәм уңышлы эшләй. Оса, Добрянка, Чернушка, Пермь ҡалаларында, Барҙа, Ҡуяҙы, Уй һәм башҡа райондарҙа үҙҙәренең милли асылын таныйҙар һәм ерле мәҙәниәттте һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған улар.
Төбәктең әүҙем йәмәғәт ағзаларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайның “Ал да нур сәс халҡыңа”, миҙалдары, ҡотлау грамоталары, шулай уҡ Башҡортостан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәхмәт хаттары һәм “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” миҙалдарын тапшырҙы.
Пермь крайы башҡорттары һуңғы йылдарҙа рухи күтәренкелек кисерә. Ғәйнә йыйындары үткәрелә, ғәйнәләрҙең үҙәге итеп 1-се башҡорт кантонының үҙәге - Ельпачиха-Удик ауылы билдәләнгән. Пермдә башҡорт музыка ҡоралдарын тергеҙеү буйынса оҫтахана эшләй башлаған. Танып ауылында бай репертуарлы фольклор ансамбле төбәктең йөҙөк ҡашына әүерелгән. Иң мөһиме, үҙ телдендә аралаша улар.







