Һамарҙағы хәйриә фондына ышанып, аҡсаһыҙ тороп ҡала. Өфө районы Жуков ауылынан Эльза Ишмөхәмәтова церебраль фалиждан яфаланған ҡыҙына реабилитация үткәреүгә ярҙам эҙләп мутлашыусыларға эләгә. Фонд ярты йыл дауамында бала исеменән төрлө мәрхәмәтлек акциялары ойоштора, әммә йыйылған аҡсаны маҡсатлы тотонмай. Ойошма етәкселеге ҡапыл ҡатын менән бәйләнеште өҙә. Осраҡҡа бәйле ҡатын хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт иткән.
Сафия массаж, дауалау физкультураһын яратмай. Күнекмәләр ваҡытында үкһеп иларға тотона. Шулай ҙа әсәһе Эльза Ишмөхәмәтова кескәй ҡыҙының сәләмәтлеген яҡшыртыу маҡсатында был процедураларҙы көн дә ойошторорға мәжбүр. Дүрт йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балаһы һөйләшмәй ҙә, атламай ҙа.
Балаға бер йәшендә церебраль фалиж диагнозы ҡуйыла. Бынан тыш, уны көн дә тиерлек өйәнәк тота. Психик һәм телмәр үҫеше тотҡарланған. Ҡатын ғәзиз сабыйын Өфө, Екатеринбург, Мәскәү реабилитация үҙәктәренә лә йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта Испанияға барып ҡайтырға ла теләй. Сит ил клиникаһында дауалау курсы ойоштороуға ризалыҡ алынған. Әммә матди яҡтан был ҙур сығымдар - ике миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Финанс ярҙам һорап ҡатын төрлө хәйриә фондтарына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә былтыр августа Һамарҙағы ойошмаларҙың береһе ризалыҡ биргән. "Әммә Сафияны реабилитациялауға тип төрлө мәрхәмәтлек саралары ойоштороусылар үҙҙәре үк мутлашыусы булып сыҡты,"-ти Эльза Ишмөхәмәтова.
Ҡатын көн һайын таныш телефон һандарын йыйып, фонд етәкселеге менән бәйләнешкә сығырға тырыша. Әммә барыһы ла һөҙөмтәһеҙ.
Эльза Ишмөхәмәтова ғәҙеллек эҙләп, хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт иткән. Шул уҡ ваҡытта ҡатын балаһына Испанияла реабилитация үтеүгә аҡса йыйыу ваҡыты ла сикле булыуына борсола. Клиникала ҡыҙға медицина тикшеренеүе лә ойоштороласаҡ.
Әлегә ҙур сумманың яҡынса утыҙ мең һумы ғына йыйылған. Шуға ҡатын мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына ышана. Экранда яҙылған иҫәп буйынса аҡса ебәрергә мөмкин. Кескәй Сафия иһә музыка тауышын ишетеү менән йылмая башлай. Әсәһе менән бейергә ярата. Тиҙҙән ул һауығып, көҙгө алдына үҙаллы атлап барыр тип ышанғы килә.




