Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов менән осрашты

Улар төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында фекер алышты.

Фото №1 - Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов менән осрашты

Радий Хәбиров әйтеүенсә, өҙлөкһөҙ тәжрибә уртаҡлашыу бара, тауар әйләнеше арта. Рөстәм Миңлеханов Башҡортостан үҫеше менән даими ҡыҙыҡһыныуын, ыңғай үҙгәрештәр булыуына шатланыуын белдерҙе. Осрашыуҙа сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса атҡарыласаҡ саралар планы имзаланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, документҡа 18 апрелдә Өфөлә ҡул ҡуйылғайны. 2020 йылда Татарстанда Башҡортостан көндәре уҙа. Уның барышында сәнғәт әһелдәре ҡатнашлығында концерттар ойошторола, беҙҙең республиканың сәнәғәт ҡеүәте, туризм мөмкинлектәре күрһәтелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ