Итәк аҫтынан ит һатыу

Республика Ветеринария идаралығының ветеринар күҙәтеү бүлеге етәксеһе Ленар Йыһаншин менән әңгәмә. Эфирҙа: Гүзәл Ситдиҡова.

Фото №1 - Итәк аҫтынан ит һатыу

 

Бруцуллез. Учалының Яңы Байрамғол фермаһы карантинға ябылды. Учалыла 8 усаҡ билдәләнгән.

ГС. Был ҡулдан һатылған һөткә генә ҡағылалыр, сөнки магазиндарҙа ысын һөт һатылмай бит?

ЛЙ. Шулай ҙа һөттө ҡайнатып эсергә, итте ныҡлап бешереп ашарға кәрәк.

ГС. Һуғым осоро башланды. Халыҡтың һорауҙары күп.

ЛЙ. Закон буйынса, һәр малын һуйған кеше ветврачтан рөхсәт алырға тейеш. Саңда, бысраҡта, ихатала һуйыла. Шуға ла һуйыу цехтары булдырылған. Ә мал һуйыу урындарында санитар нормалар күҙәтелә. Бүздәк һәм Туймазы райондарындағы бешмә ауырыуы ғына республика өсөн 50 миллион зыян килтерҙе. Сир эләктергәс, "ярай инде ветврач ағай, беҙ һуйҙыҡ та ҡуйҙыҡ"тар онотола.

ГС. Ни эшләп кеше малды 30 саҡрымға һуйырға алып барырға тейеш? Унан тыш, 100 справка артынан йөрөй. Был бит кешене сикләү. Ҡыҫыу. Малыңды һуйып ит ашарға теләгән өсөн дә түләме?

Тыңлаусы. Элек-электән, йортта һуйһаҡ та, һатыуға алып барабыҙ тиһәк, ветврачтан мотлаҡ справка алдыҡ. Хәҙер ул справканы убойный цехта ғына алырға йәнәһе, нисек инде улай, аңламайым! Унда эс-ҡарынын ташлайҙар, әрәм итәләр. Ауылдан район үҙәгенә ҙур машина табып йөрөгәнсе, һатҡансы, бер бот хаҡы сығып та китә.

ГС. Ихатаһында һуйҙы, һуя һәм һуясаҡ

ЛЙ. Бөгөн малдарҙы идентификациялау бара. Тиҙҙән малдарҙы былай эҙһеҙ генә һуйып булмаясаҡ. Чип бар икән, нисек үлгәне билдәле буласаҡ.

Тыңлаусы: Архангелдә бөтөнләй мал һуйыу урыны юҡ.

ЛЙ. Һеҙгә Белоретҡа йөрөргә.

Г.С. Әлбиттә. Баймаҡтан Белоретҡа сүп-сар ташырға тейеш булғанды, Архангелдән Әбйәлилгә мал салырға барыу нимә инде ул...

 

Бындай сикләүҙәр, киреһенсә, итәк аҫтынан ит һатыуҙы арттырмаҫмы?

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»