Ҡалдыҡ — ҙур байлыҡ

Ҡалдыҡ — ҙур байлыҡ

Асыҡ студия
Ҡалдыҡ — ҙур байлыҡ
Асыҡ студия

Рәсүл Сәғитов:

— Сүп тураһында һүҙ һуңғы йылдарҙа ифрат күп, һәм был юҡ һүҙ түгел, сөнки, оҙаҡ йылдар тейешле дәрәжәлә иғтибар етмәүе арҡаһында, бик оло, киләсәккә ғайәт ҙур хәүеф һонған мәсьәләгә әйләнгәйне. Шулай булыры көтөлдө лә, юғиһә кеше эшмәкәрлеге һаман әүҙемләшә, ҡалдыҡтар күбәйә, ә улар ҡайҙалыр сығарылған, яндырыпмы, күмелепме өлөшләтә юҡ ителгән хәлдә лә, хатта беҙҙә, биләмә буйынса донъялағы иң киң дәүләттә лә, урын ҡалмай башланы. Ҡайҙа етте, шунда ташлау ҡылығы ла, дөрөҫөн әйтәйек, элек-электән бар. Ҡый мәсьәләһе ошоғаса башлыса экологтар, тәбиғәтте һаҡлау яҡлы йәмәғәтселәр тарафынан күтәрелә килде, ә 2019 йылдың 1 ғинуарынан, теләһәк-теләмәһәк тә, һәр беребеҙ ҙә иғтибар иттек, һәм был түләүгә бәйле булды.

Сүп-сар ислахына әҙерлек Башҡортостанда ваҡытында башланды, республика төбәктәргә бүленеп, операторҙар менән килешеүҙәр төҙөлдө, киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән беҙҙә лә, ҙур аңлатыу эше алып барылды, ул хөкүмәт ултырыштарына сығарылды, халыҡ түләр хаҡты кәметеү кәрәклеге бик ҡаты ҡуйылды, һәм бөгөн эштең, ҙурҙан алғанда, яйға һалынғанын әйтеп була, әммә ниндәйҙер проблемалар бар, әлбиттә, шуға күрә бөгөнгө тапшырыуҙы уға арнайбыҙ ҙа — «Асыҡ студия»ға Өфөләге «Махсуслаштырылған автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы директорының беренсе урынбаҫары Ринат Биккининды саҡырҙыҡ.

Расуль Сагитов
Коронавирус
Коронавирус
Асыҡ студия
Бала һәм компьютер.
Бала һәм компьютер.
Асыҡ студия
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Асыҡ студия
;