Фәрит Шәйхетдинов. Йөрәгендә ҡояш йәшәне

Руслан Шәйхетдинов:

Фото №1 - Фәрит Шәйхетдинов. Йөрәгендә ҡояш йәшәне

- Атайым әле лә беҙҙең янда кеүек. Ваҡытлыса ғына ҡайҙалыр гастролгә сығып киткән дә, бына-бына ҡайтып инер һымаҡ... Атай-әсәйем сәнғәт кешеләре булғас, мин бәләкәйҙән күберәк Белорет районының Абҙаҡ ауылында олатай-өләсәй ҡосағында үҫтем. Ағайҙарым мине ҡулдан-ҡулда ғына йөрөтөп, һөйөп-ҡәҙерләп кенә үҫтерҙе. Атайым менән әсәйем ҡайһы берҙә хатта берәр ай гастролдә йөрөй ине... Ә улар ҡайтһа - миңә оло байрам! Айҙан космонавтар ҡайтып төшкән кеүек була. Ике метрҙан ашыу бәһлеүән, мөһәбат кәүҙәле атайымдың ҡара сәстәре елгә тулҡынлана. Мин уның ҡосағына атылам... Ә ул миңә береһенән-береһе матур бүләктәр алып ҡайтҡан. Атайым көслө ҡулдары менән мине юғарыға сөйөп ебәрә... Их, шул мәлдәр...

 

Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Буранбай Исҡужин. Алтын һымаҡ оҙаҡ балҡырмын
Буранбай Исҡужин. Алтын һымаҡ оҙаҡ балҡырмын
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Назар Нәжми. Матурлыҡты йырланым мин
Назар Нәжми. Матурлыҡты йырланым мин
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии