Иммунитет

Иммунитет – кеше организмының төрлө вирустарға, паразиттарға, шештәргә ҡаршы тороуы. Яраланған, киҫелгән урындарҙың уңалыуы ла иммунитетҡа бәйле.

Иләү
Иммунитет
Иләү

Иммунитет ике төрлө була: тәбиғи һәм яһалма.

Тәбиғи иммунитет – организмдың тыумыштан күп ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләте.

Кешене ниндәйҙер ҡурҡыныс ауырыуҙан һаҡлау өсөн, мәҫәлән, ҡыҙылса, сәсәк, полиомиелит, дифтерия, уға прививка яһайҙар - вакцина ебәрәләр. Вакцинаны үлгән йәки ныҡ хәлһеҙләнгән ауырыу тыуҙырыусы вирустарҙан яһайҙар.Тик улар ҡурҡыныс тыуҙырмай. Прививканан һуң кеше еңелсә генә ауырып ала. Ә организм ауырыуға ҡаршы матдәләр эшләп сығара. Был яһалма иммунитет була.

Иммунитет яҡшы булһын өсөн кеше сәләмәт тормош алып барырға тейеш.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар, спорт менән дуҫ булығыҙ.

Витаминдарға бай аҙыҡтар ашағыҙ.

Саф һауала күберәк йөрөгөҙ.

Шәхси гигиенаны мотлаҡ үтәгеҙ.

Зульфия Даянова
Коронавирус
Коронавирус
Иләү
Бала һәм компьютер.
Бала һәм компьютер.
Иләү
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Иләү
;